Проза һөйөүселәр өсөн хәтәр шәп яңылыҡ!

  Уҡыусыларыбыҙ өсөн  сираттағы һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашабыҙ  – тиҙҙән  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  популяр яҙыусы, үҙенең тормошсан, шул уҡ ваҡытта фәһемле проза әҫәрҙәре менән күптәрҙең  күңелен яулаған Гөл Мирһадиҙың (Гөлнара Шәймөхәммәтова) татар телендә  “Төш”  исемле  китабы донъя күрәсәк.

  Шәхес һәм йәмғиәт араһындағы ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр проблемаһына мөрәжәғәт итеү – авторҙың  ижадында төп йүнәлештәрҙең береһе. Әҫәр геройҙары ҡатмарлы  ситуацияла һыналалар,  донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү теләге менән яналар, үҙҙәренең ихтыяр көсөнә, таланттарына таянып  тормошта юлдарын табалар. Геройҙарҙың тәрән психологик  кисерештәре,  хис-тойғолары, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыуҙары бөгөнгө заман кешеһенә  яҡшы таныш һәм яҡын. Ябай, халыҡсан,   ҡай бер урындарында сатирик тел менән яҙылған әҫәрҙәр  уҡыусы   күңеленә хуш килер.
23.03.2021

Возврат к списку