"Рәми: шағир хаҡында"

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте арҙаҡлы шәхестәребеҙ, әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙе байытҡан, исемдәре тарих биттәренә уйылып яҙылған ҡәләм оҫталары тураһында "Башҡортостандың күренекле шәхестәре" тип аталған китаптар серияһын нәшерләүҙе дауам итә. Алдараҡ Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтарҙың тормош һәм ижад юлын яҡтыртҡан баҫмалар донъя күрҙе.

Яҙыусы Рауил Бикбаевтың бөйөк шағир Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады тураһындағы "Рәми: шағир хаҡында" тип аталған китабы баҫылып сыҡты.

Рәми Ғариповтың бай әҙәби мираҫы бығаса ентекле өйрәнелмәгән ине. Ә әлеге баҫма халыҡ шағирының тормошо һәм ижад юлы тураһында күп һанлы документтарға, эҙләнеүҙәргә нигеҙләнеп яҙылған. Был китап әҙәбиәт һөйөүселәр һәм Рәми Ғарипов ижадын үҙ күргәндәр өсөн асыш булыр.

"Рами: книга о поэте"

Вышло в свет издание из серии "Выдающиеся личности Башкортостана" автора Равиля Бикбаева "Рами: книга о поэте".

Богатое творческое наследие народного поэта Башкортостана Рами Гарипова оставалось до настоящего времени фактически не изученным. Данная книга является результатом всестороннего, основанного на многочисленных документах и свидетельствах исследования жизненного и творческого пути Рами Гарипова.
07.06.2022

Возврат к списку