Өр-яңы "Көҙгө ҡояш"

Китап уҡыусыларға шағирә булараҡ яҡшы таныш Мәрйәм Күсмәеваның хикәйәләре тупланған "Көҙгө ҡояш" исемле йыйынтығы нәшер ителде. Үҙ заманының әүҙем кешеһе, бөгөнгө тормоштоң төрлө күренештәренә иғтибарлылығын, борсоулы уйҙарын геройҙарының кисерештәре, башҡарған эштәре аша һүрәтләй.

Авторҙың бар хикәйәләре лә уйландыра, яҡтылыҡҡа, күңел сафлығына өндәй, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Әҫәрҙәре тәрән мәғәнәле, ә уҡыуға еңел, үҙ артынан эйәртеп алып, ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларҙа ҡатнаштырып, геройҙар менән бергә шатландыра, бошондора, уйландыра, һығымталар яһата... Баҫма әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратып уҡыған китабына әйләнер.
01.06.2022

Возврат к списку