Өр-яңы китап - матур һәҙиә

Был донъяны тота, иман тота,
Ул юғары һәр тәғлимәттән.
Иман - яҡты рух ул. Рух үҫәлер
Изге ғәмәл, изге теләктән.

Иман... Уның ябай бер асылы -
Кешенең бит Кеше булыуы.
Иман - вариҫыңа ғүмереңдең
Һабаҡ, маяҡ булып ҡалыуы.

Нисек күкрәр ине бар кешелек,
Иманлы рух ҡына йәшәһә!
Етмәйме ни ерҙәр - ғәҙеллектә
Һәм тиңлектә әгәр ишәйһә?

Фараздарым минең шулай ҙа бит...
Әй бер ҡатлы! Гүйә, мин - бала.
Золом... Ул да мәңгелек көсмө тип,
Уйҙар ҡойононда мин ҡалам...

Хәсән НАЗАРҙың "Уйҙар ҡойоно" шиғырынан.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың "Иманға инаныу" исемле был баҫмаһында шиғырҙары, поэмалары тупланды.

Яратҡан яҙыусығыҙҙың әле генә нәшер ителгән китабын алып уҡырға ашығығыҙ, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар!
03.08.2022

Возврат к списку