Башҡортостан Республикаһы көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы көнө менән!

   11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй.

    Тарихтан мәғлүм булыуынса, I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй Республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы Килешеү нигеҙендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы тип йөрөтөлә башлай (Сығанаҡ).

    Ошо мәртәбәле байрам менән барлыҡ республика халҡын ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ышаныслы, күге аяҙ булһын.
10.10.2016

Возврат к списку