Рухы мәңге тере

Бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, билдәле журналист, шағир, тәржемәсе Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВтың тыуыуына 56 йыл.

Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Белорет районы Көмбә ауылында донъяға килгән. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, зоотехник вазифаһын башҡарған. Оҙаҡ йылдар «Йәшлек» гәзитендә, «Аманат», «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Тамаша» журналдарында эшләй, тиҫтәләгән китаптар авторы.

Үкенескә күрә, талантлы журналист бер йыл элек - 2020 йылдың 21 февралендә - баҡыйлыҡҡа күсте.
Китап уҡыусылар иғтибарына шағирҙың «Көн башы һуҡмаҡтары»  исемле  йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ. Китапты  Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең магазиндарынан алырға мөмкин.
29.05.2021

Возврат к списку