"Сәләм"дә

Нәшриәтебеҙҙең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева бөгөн "Сәләм" тапшырыуында телевизор ҡараусыларҙы нәшриәттәге яңылыҡтар менән таныштырҙы.

Фәрит Иҫәнғоловтың "Мөхәббәт менән осрашыу", Сергей Аксаковтың "Ғаилә йылъяҙмаһы", Дилбәр Булатованың "Наза", Александр Хватковтың "Пунта-Каннанан самолет", Мәрйәм Күсмәеваның "Көҙгө ҡояш" исемле яңы китаптарын тәҡдим итеп, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Китап" магазинына саҡырҙы.

Шулай уҡ Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы нәшриәттең һөйөнөстәре менән уртаҡлашты. "Китап" нәшриәтенең Ижевск ҡалаһында уҙғарылған "П. И. Чайковскийҙың тыуған яғында йыл китабы" Төбәк-ара фестивалендә ҡатнашыуы һәм унда дипломдарға лайыҡ булған баҫмалар хаҡында әйтеп үтте.
26.05.2022

Возврат к списку