"Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә"

Билдәле журналист, прозаик Хәйҙәр Тапаҡовтың бөгөн тыуған көнө. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар юлдаш булһын!
Авторҙың «Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә» исемле китабы уҡыусыларыбыҙ йыш һораған баҫма. Унда повесть, хикәйәләре тупланды.
Яҙыусы әҫәрҙәрендә тормошта булған ыңғай һәм кире күренештәрҙе үҙенсәлекле тасуирлай, ҡыҙыҡлы яҙмыштарҙы, ҡабатланмаҫ характерҙарҙы аса. Был китапты ҡулына алған уҡыусы уйлана, үҙе өсөн һығымталар яһай һәм күңеле менән ял итә.
20.02.2022

Возврат к списку