"Шәп күстәнәс" һаулыҡҡа файҙалы

"- Кеше хәҙер китап уҡымай бит, - тигән булалар. Буш һүҙ ул! Ана, яңыраҡ ҡына кеҫәһенә университет дипломын һалған Айнур Нурмөхәмәтовтың тәүге повесы сығып та өлгөрмәне - ҡырылышып алып та бөттөләр. Өлгөрмәгәндәре зыҡ ҡубып китапты эҙләй.

- Һинең повесың кәрәк ине, - тип авторҙың үҙенә килеп етәләр... Йәш әҙипте төрлө райондарға осрашыуға саҡыралар. Ә инде үҙен күргәс, күҙҙәре бәзләп китә. Тегенеһен-быныһын төпсөнөп, һорашып һүҙҙәре бөтмәй.

- Шул ысынмы?..
- Анау малай үҙегеҙ булаһығыҙмы?..
- Дауамын яҙаһығыҙмы?..
Бына бөгөн дә йәш әҙип алыҫ райондан осрашыуҙан ҡайтып, киҫелгән ағас кеүек карауатына ауғайны ғына, телефоны шылтыраны.
- Һаумыһығыҙ, Айнур һеҙ булаһығыҙмы? - Таныш булмаған апай шылтырата ине.
- Эйе.
- Улайһа бик шәп. Бына туғаным, телефоныңды саҡ таптым әй. - Унан апай повесть хаҡында һайраны: - Һине яман шәп әҫәр яҙған тип бөтәһе лә маҡтай...
- Туғаным, һиңә бик ҙур үтенесем бар ине. Уйланым-уйланым да һинән дә шәберәк кеше булмаҫтыр, тинем..."

Был ханым билдәле яҙыусыны әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға саҡыра, тип уйлайһығыҙмы? Хаталанаһығыҙ. Ваҡиға һис кенә лә көтөлмәгәнсә тамамланып ҡуя.

Әҫәр геройы таныш кеүек. Кемгә оҡшаттығыҙ икән?

Венер Исхаҡовтың өр-яңы "Шәп күстәнәс" исемле китабын уҡып, был һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә мөмкин.

Венер Айҙар улының хикәйәләре ябай, халыҡсан тел менән яҙылған. Беҙҙең арала йәшәгән кешеләрҙең тормошондағы кәмселектәрҙе юмор аша оҫта биргән автор. Юморист фәһемле көлөү аша үҙ-үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡарап, ҡайһы саҡ ығы-зығы араһында иғтибар итеп бөтмәгән етешһеҙлектәргә "күҙҙе аса" һәм яңырыу, яҡшырыу, камиллыҡҡа ынтылдырыр юлға "төшөрөп ебәрә".
28.07.2022

Возврат к списку