Шағирәләр "Китап" магазинында

Бөгөн нәшриәттең фирма магазинына милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған шәхестәр килде. Китаптың киләсәге, ғөмүмән, әҙәбиәттең үҫеше тураһында фәһемле фекерҙәре менән уртаҡлашты күренекле шағирә Тамара Ғәниева.

Тамара Ғәниева - ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләгән, шиғри һүҙе күңелдәргә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә
әҙиптәрҙең береһе. Публицистика, драматургия, тәржемә өлкәһендә лә ул ең һыҙғанып эшләй, уңыштары бихисап әҙәби премиялар менән бүләкләнә. Шағирәнең "Һайланма әҫәрҙәр"енең I томына төрлө йылдарҙа донъя күргән шиғырҙары тупланды.
"Һайланма әҫәрҙәр"енең II томына төрлө йылдарҙа ижад ителгән поэмалары һәм лирик шиғырҙары индерелде.
08.07.2022

Возврат к списку