Шағирәнең күркәм юбилейы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара  Ғәниева ошо көндәрҙә   үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уның  ижады хәҙерге  башҡорт шиғриәтенең кимәлен баһалаған, шиғри һүҙе күңелдәргә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә. Төп һыҙаттары - публицистик тапҡырлыҡ, драматик көсөргәнешлек, лирик йылылыҡ, фәлсәфәүи уйланыуҙар. Публицистика, драматургия, тәржемә өлкәһендә лә ул  ең һыҙғанып эшләй,  уңыштары әҙәби премиялар менән бүләкләнә.  

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте уҡыусыларҙы шағирәнең түбәндәге китаптарын тәҡдим  итә:

  «Һайланма әҫәрҙәр» , I, II том.

  «Һайланма әҫәрҙәр» томлыҡтарында шағирәнең  төрлө йылдарҙа  донъя күргән шиғырҙары  һәм поэмалары тупланды.

  Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева1951 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Шағирә, тәржемәсе һәм драматург. Бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Р. Ғарипов , Ф. Кәрим, Б. Бикбай исемендәге премиялар лауреаты. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы лауреаты. Башҡорт теленә иң шәп нәфис тәржемә өсөн «Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты.
21.06.2021

Возврат к списку