Шағирҙың юбилейына ҡарата

  Кисә, 16 сентябрь, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыу үтте. Әҙиптең юбилейына арналған был сарала әҙәбиәтселәр, яҙыусылар, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар ҡатнашты.

  Саҡырылған ҡунаҡтар билдәләүенсә, шағир күптәр өсөн өлгө, остаз һәм аҡһаҡал булып ҡына ҡалмай, уның ижадында тулы фәлсәфә ята, әҫәрҙәре эстәлеге менән уҡыусыларҙы уйландыра ла, шатландыра ла белә.

  М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары Ҡ. Аралбайҙың шиғырҙары менән сығыш яһаһа, Венер Йылҡыбаев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле халыҡ көйҙәрен башҡарҙы ә шағир үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

  Ҡунаҡтар өсөн шағирҙың 80 йәшлек юбилейына ҡарата виртуаль күргәҙмә булдырылды. "Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге" фондынан китап күргәҙмәһе эшләне. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте тарафынан Ҡәҙим Әбделғәлим улының йыйынтыҡтарын һатыу күргәҙмәһе ойошторолдо.

  Сараны шағирҙың ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге йәштәр, ТЮРКСОЙ Халыҡ-ара премиялар лауреаты Ләйлә Аралбаева алып барҙы.
17.09.2021

Возврат к списку