Шакир Янбаевтан "Һайланма әҫәрҙәр"

Китап уҡыусыларҙың күптәренең проза жанрына өҫтөнлөк биреүе барыбыҙға ла мәғлүм. Шөкөр, хикәйә, проза һәм романдар  әҙәбиәтебеҙҙә бихисап, күңелеңә ятҡанын һайлап  алып уҡы ғына. Шуларҙың береһе - фронтовик-яҙыусы Шакир Янбаевтың "Һайланма әҫәрҙәр" йыйынтығы. Унда авторҙың бер повесы һәм хикәйәләре тупланған.

  Китаптағы әҫәрҙәр тормошсан ваҡиғалар, геройҙарҙың кисерештәре, уларҙың эске донъяһы, ғәҙелһеҙлек, яуызлыҡтар менән көрәшеүҙәре ғазап-ҡыуаныстар кеүек тойғолар менән һуғарылған. Шундай ихлас, уҡымлы һәм матур итеп ижад ителгән, китапты ҡулға алғас та  тиҙерәк уҡығы, геройҙарҙың артабанғы яҙмыштары  хаҡында белге  килә.  
Был ҡыҙыҡлы баҫма нәшриәт магазиндарында һәр саҡ һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
29.01.2022

Возврат к списку