Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ - йәнһүрәтле китап көтә һеҙҙе, балалар!

Балалар тәү сиратта әкиәт китаптарын яратып уҡый. Ә әкиәттең йәнһүрәткә әйләнеүе үҙе бер мөғжизә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте беҙҙең бәләкәс дуҫтарыбыҙ өсөн матур баҫма әҙерләне.

"Күк ат" тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә бер баҫма булып нәшер ителде. Әкиәт сюжеты буйынса һүрәттәр менән байытылған был ҡатырға китап әлегә уҡый белмәгән кескәй дуҫтарыбыҙға ла, үҫмерҙәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр. Бәләкәстәр нимәгә ҡыҙығыр, тиһегеҙме? Баҫмала бирелгән куаркод аша махсус ҡушымтаны телефонға тейәп, китаптың биттәрен аса-аса, рәхәтләнеп йәнһүрәт ҡарайһың. Әкиәт геройҙары менән бергә уларҙың өйөнә ҡунаҡҡа "инеп", унда барған ваҡиғаларҙы яҡындан күрергә мөмкин. Йәнһүрәттең дә башҡорса, русса һәм инглизсә булыуы был китапты үҙенсәлекле һәм ылыҡтырғыс итә.
08.04.2022

Возврат к списку