Шиғриәт көнө = день поэзии

Бөгөн, 21 март, шиғыр һөйөүселәр Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Иң моңһоу һәм шатлыҡлы
мәлдәрҙә хис-тойғоларын ҡағыҙға күсереүселәр өсөн шиғриәт күптәрҙең яратҡан жанры булып тора. Шағир булыу - кешенең ғүмерлек булмышы тиһәк, һис тә хата булмаҫ.

Иғтибарығыҙға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә төрлө йылдарҙа донъя күргән башҡорт шағирҙарының йыйынтыҡтарын тәҡдим итәбеҙ.
Тормошҡа, мөхәббәткә, ғөмүмән йәшәйешкә дан йырланған был шиғырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килер, йәшәүгә көс, дәрт өҫтәр.
Уларҙы нәшриәт магазиндарынан һатып алырға, шулай уҡ рәсми сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.

Сегодня, 21 марта, все любители стихов отметят Всемирный день поэзии. Для многих, кто любит литературу, поэзия остается любимым жанром, с помощью которого можно описать самые волнительные и утонченные внутренние ощущения, эмоции и впечатления. Быть поэтом — это жизненное призвание.

Башкирское издательство "Китап" имени Зайнаб Биишевой предлагает вашему вниманию издания известных башкирских поэтов, выпущенных в свет в разные годы.
Эти книги можно приобрести в наших фирменных магазинах, а
также заказать через официальный сайт издательства.
21.03.2022

Возврат к списку