Шиғриәт – ул хистәр донъяһы

  Нәшриәттә донъя күргән яңы баҫмалар менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн иғтибарығыҙға – “Йәштәр тауышы” серияһынан ике йәш шағирә Әнүзә Ғиззәтуллинаның “Гәлсәр күңел” һәм Нәркәс Ҡәйепҡолованың “Йыһанға бағып” исемле шиғри йыйынтыҡтары.

  Ҡыҙҙарҙың шиғырҙары яҡты, серле, сихри булыуҙары менән күңелдәрҙе арбай. Донъялағы мәңгелек ҡиммәттәр, кеше мөнәсәбәттәре, тәғәйенләнеш тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар ҙа сағыла уларҙа. Һөйөү лирикаһы, кешенең эске торошо, Тыуған ил, тыуған ер, тәбиғәт тураһындағы шиғырҙар урын алған. Әлеге баҫмалар уларҙы ҡулына алған һәр уҡыусының күңеленә мотлаҡ хуш килер.

  Был йыйынтыҡтар беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Шулай уҡ сайт аша заказ менән дә алдырырға мөмкин.
23.06.2021

Возврат к списку