Шиғриәт – ул хистәр донъяһы

  Уҡыусыларҙы берләштергән тағы нимәләр булыуы мөмкин? Әлбиттә, матур-матур китаптар, һәм дә - шиғриәт. Эйе, тап шиғырҙарҙан тупланған йыйынтыҡтар! Уларҙың һәр береһендә айырым бер донъя, һәр береһе күңел кисерештәре һәм тәрән хистәр менән һуғарылған. Тормошҡа, мөхәббәткә, Тыуған иленә, халҡына һәм теленә дан йырлай һәр шиғырында һәр шағир. Шөкөр, ундай шағирҙарыбыҙ һәм уларҙың шиғырҙары барҙа һутлы телебеҙ ҡоромаҫ. Киреһенсә, үҙ халҡын илһамландырып алға, тик алға ғына әйҙәр.

  Иғтибарығыҙға нәшриәтебеҙҙә шағирҙарыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа донъя күргән баҫмаларын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙың һәр береһендә уҡыусылар яратып өлгөргән шиғырҙар урын алған. Тормошсан да, хисле лә, шул уҡ ваҡытта ҡырыҫ та был шиғырҙар күптәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ.

  Бер мәлгә тормош мәшәҡәттәренән арынып, хистәр донъяһына сәйәхәт ҡылып, үҙ асылыбыҙға ҡайтып, ошо шиғырҙарҙан үҙебеҙгә тормош дәрте, көс һәм илһам алайыҡ!
19.10.2021

Возврат к списку