Шиғриәт һөйөүселәргә – шәп китап
Тағы бер һөйөнөслө яңылығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ: ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, уҡытыусы Риф Әхмәҙиевтың яңы китабы донъя күрҙе.
“Йәйғор ғүмере” тип исемләнгән был китапта авторҙың һуңғы бер нисә йыл эсендә яҙылған әҫәрҙәре урын алған. Унда шулай уҡ тәнҡит тарафынан ыңғай баһаланған, уҡыусылар яратып өлгөргән шиғырҙар индерелде.
Йыйынтыҡҡа тупланған әҫәрҙәр автор шиғриәтенең тематик төрлөлөгөн, идея-эстетик юғарылығын һәм образлы ассоциатив сараларға бай булыуын дәлилләй.
Китапты беҙҙең нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!

24.11.2020