Шиғриәт һөйөүселәргә яңы шиғырҙар йыйынтығы

  Ҡаршы алығыҙ! Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  ике авторҙың  - Асия Ибраһим һәм Светлана Васикованың ижадтарын берләштергән “Йүгерә сая миҙгелдәр. Базы ҡыҙы”  (“Йөгерә чая мизгелләр. Базы кызы”) исемле  шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

  Йыйынтыҡта  Тыуған илгә, ергә  һәм телгә, халыҡҡа  һәм мөхәббәткә  мәҙхиә йырланған  матур, уҡыуға еңел булған  һәм мауыҡтырғыс шиғырҙар тупланған.

  Китап бөгөндән нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, рәхим итегеҙ!
20.05.2021

Возврат к списку