Шиғриәтендә – тормош асылы

  Башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист,  Башҡортостан Яҙыусылар, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты,  тиҫтәләгән китап авторы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбаев беҙгә шиғырҙары һәм фәһемле мәҡәләләре аша таныш.

  Ошо көндәрҙә  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Әхмәр Ғүмәр улының «Ғәфү ит, ғүмер» исемле сираттағы китабы донъя күрҙе.

  Кеше күңеленең матурлығы, йәшәйеш хәҡиҡәтен эҙләү, тормош һәм мөхәббәт -  Әхмәр Үтәбай шиғриәтенең төп темалары. Шағирҙың әҫәрҙәре фекер яңылығы һәм тойғолар сағыулығы, ә художестволы поэтикаһы үҙенсәлекле строфика һәм жанр формаһы менән айырылып тора.

  Китап киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.
30.10.2020

Возврат к списку