Шиғриәтте яҡын күргәндәргә

Хисмәт Юлдашевтың "Һуҡмаҡ" исемле шиғырҙар йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ. Бөгөнгө тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән талантлы шағирҙың яҙғандары бик тормошсан, хатта ҡырыҫ та.

Билдәле яҙыусы Рауил Бикбаев уның ижады тураһында.: "Хисмәт Юлдашев һүҙ эсенә уй йома белә торған шағирҙарҙан. Уның яҙғандары бер уҡыуҙа ғына тулыһынса асылып, аңлашылып бөтмәҫкә мөмкин, сөнки шиғырҙар ҡысҡырып тормай йәки ҡапыл шаңғытмай. Уларҙа моң эскә йәшерелгән. Ҡайһы бер шағир донъяны күберәк тауыштар аша, икенсеһе төрлө төҫтәрҙә, өсөнсөһө хәрәкәт аша күҙ алдына баҫтыра, ә Хисмәт Юлдашевтың шиғырҙарында тауыштар, төҫтәр, хәрәкәттәр бер-береһе менән тормоштоң үҙендәгесә айырылғыһыҙ булып үрелгән", - тип яҙҙы.
Үҙең уҡып ҡарауға ни етә?
17.04.2022

Возврат к списку