Шиғырҙарҙа – тормош һулышы

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан « Китап» нәшриәтендә йыл һайын яңы авторҙар меннән бер рәттән әүҙем ижад итеүселәрҙең дә яҙмалары   даими  сығып  тора. Был китаптарҙың   тиҙ арала үҙ уҡыусыларын табыуы беҙҙең өсөн дә ҙур ҡыуаныс.

  Ошо көндәрҙә Ғәлиә Кәлимуллинаның «Ҡотҡарырға ине ҡояшты»  һәм Наилә Хәмбәлиеваның «Күңелеңә алтын яғам » исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе.  

  Ғәлиә Кәлимуллина. Ҡотҡарырға ине ҡояшты.

  Ғәлиә Кәлимуллинаның «Ҡотҡарырға ине ҡояшты»  тип исемләнгән был йыйынтығына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән  шиғырҙары ингән. Уларҙың һәр береһе  баҙыҡ образдар, фәлсәфәүи  уйланыуҙар менән туҡылған. Йыһан ҡанундары, ил-көн, халыҡ, тел, ер яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары  ғәм тәрәнлеге, үҙенсәлекле асыштары менән әсир итә.

  Наилә Хәмбәлиева. Күңелеңә алтын яғам.

  Наилә Хәмбәлиеваның «Күңелеңә  алтын яғам»  исемле йыйынтығында  шағирәнең  иң тәүге ижад емештәре  тупланған. Тәү сиратта мөхәббәт ерлегендә  тыуған нескә, яҡты хистәр, һағыш-кисерештәр, һәм шулай уҡ тыуған ергә, тыуған телгә илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙары урын алды.
25.08.2020

Возврат к списку