Шиғырҙары йондоҙҙарға тиң

Бөгөн таланлы шағирыбыҙ, башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, төрки донъяһында ла танылыу алған Рәшит  Назаровтың тыуыуына 77 йыл (1944 - 2006).
Рәшит Сәйетбаттал улының ижады менән күптәр таныш.
"Йөрәк", "Йәшен" һәм башҡа шиғырҙарын ҡат- ҡат уҡып, фекер алышып, ятлаған, ҡайһы берҙәрен бүтән сығанаҡтарҙан эҙләп уҡыуҙарыбыҙ һаман да иҫтә. Эйе, уның шиғырҙары үҙенсәлекле, күңелгә ятышлы ғына булыуы менән айырылып тора. Моңло, йөрәккә үтеп инмәле һүҙҙәре һәм юлдары үҙенә арбай ғына бара...
Байтаҡ күренекле тәнҡитселәребеҙ Рәшит Назаровты бөйөк талант эйәһе, йөҙ йылға бер генә тыуа торған шағирҙарҙың береһе, тип атай. Был ысынлап та шулай.

Композиторҙарыбыҙ шағирҙың күп кенә һүҙҙәренә йырҙар ижад иткән. Улар Өфөлә һәм башҡа ҡалалар сәхнәләрендә башҡарылып, юғары баһа алған. Шиғырҙары сит телдәргә
тәржемә ителгән.

Иғтибарығыҙға нәшриәтебеҙҙә донъя күргән Рәшит Назаровтың "Йөрәгем - йондоҙ" исемле шиғырҙар йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ. Унда шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән ижады тупланған.
Йыйынтыҡ буйынса нәшриәт магазиндарына, kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
01.11.2021

Возврат к списку