Шиғырҙарында – күңел сафлығы

Ошо көндәрҙә билдәле шағирә, тәржемәсе  Әнисә Таһирова үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

“Әнисә Таһирова – үҙе йырлаған ҡайындары, ҡоралайҙары һәм, әлбиттә, сәскәләре кеүек үк, тәбиғәт балаһы. Уның барлыҡ шиғырҙарында  ошо тәбиғәт балаһы. Уның  барлыҡ шиғырҙарында  ошо тәбиғәт  моңо, тәбиғәт наҙы,  тәбиғәт һағышы.  Был моң, һағыш, наҙ, “яҡты сауҡалыҡтай”  яҡты, нәзәкәтле, иркә. Болан балаһының күҙҙәре һымаҡ саф.  Шиғырҙарында ла  яҙ сафлығы, күңел елкенеүе, тотош образ бар. Иң  мөһиме – кеше хисе, шағир үҙе бар. Һәм ҡәҙерленең дә ҡәҙерлеһе – ихласлыҡ! Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар поэзияһында  иң яҡшы нәмә ошо ихласлыҡтыр ҙа әле...” – тигән уның хаҡында билдәле халыҡ яҙыусыһы Рәми Ғарипов.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте уҡыусыларға  Әнисә Таһированың “Киске шәфәҡ йыры” исемле шиғырҙар йыйынтығын тәҡдим итә. Был баҫмала  шағирәнең шиғырҙары, сонеттары, тәржемәләре, поэмалары тупланған.

“Беҙ -  һуғыш осоро балалары, шуның өсөн дә китабымда  Тыуған илде һаҡлау, замандаштарым яҙмышы, тылдағы әсәйҙәребеҙ  ҡаһарманлығы  темаһы иң төп урынды биләй”,–ти автор.

Китапты нәшриәт магазиндарынан, kitap-ufa.ru  сайты аша һатып алырға мөмкин.  
17.12.2021

Возврат к списку