"Шоңҡар" дуҫтарын йыя

Өфө Фән һәм технологиялар университетында  "Шоңҡар" ижади берекмәһенең әҙәби-музыкаль кисәһе уҙҙы. Матур һәм илһамландырғыс сарала яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, телебеҙҙең байлығын, бөтә нескәлектәрен киләсәк быуынға бар тулылығында өйрәтеүсе остаздар, ғалимдар һәм студенттар йыйылды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә менән ҡатнашып, әҙәбиәтте үҙ күргән, ҡәләм тибрәткән дуҫтарына өр-яңы китаптарын һәм уҡыусылар йыш һораған баҫмаларын тәҡдим итте.

И. Йосопова.
24.11.2022

Возврат к списку