"Солоҡсолоҡ һәм башҡа халыҡ кәсептәре"

Солоҡсолоҡ кәсебе, дөйөм алғанда, халыҡ кәсептәренең иң боронғоларынан һанала. Бөгөн ул тик Бөрйән башҡорттарында ғына һаҡланып ҡалған. Солоҡсолоҡ халыҡтың башҡа кәсептәре менән - тимерселек, күмер яндырыу, һалабаш үреү, тире эшкәртеү, дегет ҡайнатыу, сайыр ағыҙыу, ағас-туҙҙан һауыт эшләү эштәре менән тығыҙ бәйләнгән.

Тәжрибәле ҡортсо Әғләм Яҡуп улы Шәриповтың был йыйынтығы башҡорт халҡының боронғо кәсептәре менән балаларҙы таныштырыу өсөн, уларҙы һаҡлап, киләһе быуындарға еткереү маҡсатында нәшер ителде.

В книге представлены сведения о бортевом пчеловодстве как о древнем народном промысле бурзянских башкир. Кратко описаны другие ремесла, тесно связанные с бортничеством: кузнечное дело, углежжение, плетение из лыка, выделка кожи, сидка дегтя, добыча смолы, изготовление хозяйственной утвари; охоты. Издание предназначено для широкого круга читателей. Для детей будет полезным в плане изучения промыслов предков.
14.09.2022

Возврат к списку