Стәрлебашта Юрматы ырыуының Йыйыны

Стәрлебаштың район үҙәгендәге Мәҙәниәт һарайында Юрматы ырыуының Йыйыны булды. Сарала ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәре күҙҙең яуын алып тора. Әйләнә-тирә ҡул эштәре күргәҙмәһе, Юрматы ырыуының нәҫел шәжәрәләре менән байытылған.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте оло Йыйынға килгән ҡунаҡтарға матур баҫмаларын тәҡдим итте. Әҙәбиәт һөйөүселәр балалар өсөн тәғәйенләнгән, тарихҡа, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡағылышлы китаптарҙы үҙ күрҙе.
27.04.2022

Возврат к списку