Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы конференция булды

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы үткәрелгән конференцияла төрлө өлкәлә эшләгән әҙәбиәткә ғашиҡ, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды. "Торатау" конгресс-холы авторҙың шатлығын уртаҡлашырға теләгән яғымлы йөҙҙәрҙең йылмайыуынан нурға күмелде.

Бөгөнгө сара - ысын мәғәнәһендә ижадсы һәм китап байрамы. Республика етәкселегенең баҫма әҙәбиәткә, ҡәләм оҫтаһына иғтибары һөйөндөрҙө.
13.09.2022

Возврат к списку