Таңсулпан Ғарипованың яңы китабы донъя күрҙе!

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың "Әҫәрҙәр" китабының 6-сы томы баҫылып сыҡты. Унда замандың иң көнүҙәк мәсьәләһе - ер яҙмышы хаҡында тәрән борсолоу менән яҙылған "Илекәй" повесы, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында беренсе урынды яулаған "Һабаҡ" хикәйәһе һәм Өфөнөң йәштәр театрында ваҡытында ҙур уңыш менән барған "Ғилмияза" доамаһы, йондоҙға тиң заманыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары тураһында очерктары, мәҡәләләре, төрлө йылдарҙа төрлө матбуғат биттәрендә донъя күргән ҡыҙыҡлы әңгәмәләре һәм әҙибәнең ижады хаҡында замандаштарының фекерҙәрен сағылдырған яҙмалары тупланды.
31.05.2022

Возврат к списку