Талантлы яҙыусынан фәһемле һәм фәлсәфәүи әҫәрҙәр

  Бөгөн танылған журналист, яҙыусы, БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ағиҙел” журналын етәкләүсе Мөнир Ҡунафинға  50 йәш.  Әүҙем, тынғыһыҙ авторыбыҙҙы матур юбилейы менән  ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ, тағы ла ижади үрҙәр, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.

  Китап уҡыусыларға, әҙәбиәт һөйөүселәргә Мөнир Сәхиулла улының исеме һәм ижады яҡшы таныш.  Уның әҫәрҙәре үҙенең үҙенсәлеге, замандың ҡырҡыу проблемаларын асып һалыуы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүе, геройҙарының ошо проблемаларҙы төрлөсә хәл итеүҙәре менән йәлеп итә.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте яҙыусының ижады тупланған түбәндәге баҫмаларҙы тәҡдим итә:

  “Яңы офоҡтар”

  Был йыйынтыҡҡа “Яңы офоҡтар”  әҙәби конкурсында еңеүсе  тип табылған авторҙарҙың әҫәрҙәре индерелгәйне.

  Баҫмала Мөнир Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә”  исемле повесы  тәҡдим ителә.

  Авторҙың  әхлаҡи-этик проблемалар күтәргән был әҫәрендә гуманизм принциптарына тығыҙ бәйләнештә тормош сигенә килеп етә яҙған, ябай ҙа, шул ихлас, йылы тойғо-мөнәсәбәттәр эсендә йәшәүҙәре, ярҙамсыллыҡтары, күңел киңлектәре менән бөйөк тә булған рухлы замандаштар образы кәүҙәләндерелә.

  Киләһе китап “Иҫкергән  ҡояш аҫтында” (Под устаревшим солнцем) тип атала. Рус телендә донъя күргән был китабына  беҙҙең бөгөнгө тормошҡа идеаль яраҡлашҡан повесть һәм  хикәйәләрҙән тора. Был әҫәрҙәрҙең күбеһе бөтә Рәсәй, республика конкурстарында еңеү яулаған. Уның һәр береһендә   беренсе нәүбәттән үк уҡыусыларына асылмаған  социаль һәм философик подтекстар ята.

  Был китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинынан, шулай уҡ  kitap-ufa.ru сайты аша заказ менән алдырырға мөмкин.
17.03.2021

Возврат к списку