Тамара Искәндәриәнән “Һайланма әҫәрҙәр”
Шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ өсөн сираттағы шәп яңылығыбыҙҙы еткерәбеҙ – ошо көндәрҙә шағирә, драматург һәм журналист Тамара Искәндәриәнең (Юлдашева) “Һайланма әҫәрҙәр” исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы донъя күрәсәк һәм һатыуға сығасаҡ.
Тамара Искәндәриә ижады – хәҙерге башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләренең береһе. Замандың фәлсәфәүи һынланышы ла, халҡыбыҙ тарихын айбарлы йөрәк менән байҡау ҙа, тормошҡа, Ер-һыуға, һөйгән йәренә тәрән мөхәббәт тә һуғара уны. Уҡыусыға был баҫма илһамлы мәлдәр бүләк итер.

26.08.2021