Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға 100 йыл

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция булды.

Телдең халыҡтың иң ҡиммәтле хазинаһы икәнен һәр күҙәнәге менән аңлаған, халыҡтың тарихын өйрәнеүгә, әҙәбиәтенең үҫешенә һәм башҡорт теленең бар тулылығында һәр бер һүҙен һаҡлап ҡалыуға бөтә булмышын һалып эшләгән ғалимдар түңәрәк өҫтәл артында йыйылды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте үҙенең баҫма продукцияһы менән күргәҙмә-йәрминкәлә ҡатнашты.

"Киң билдәле Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баҫма продукцияһының күпселек өлөшө тәҡдим ителгән был күргәҙмәлә. Республиканың барлыҡ белем усаҡтары өсөн дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары, балалар өсөн баҫмалар, фәнни-популяр китаптар һәм ҡәләм оҫталарының ижады тап ошонда донъя күрә", - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарҙы беҙҙең экспозиция менән таныштырған саҡта.

Автор:: Илзидә Йосопова.
20.09.2022

Возврат к списку