Тарих һөйөүселәр өсөн сираттағы роман

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә матур-матур, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә әҫәрҙәр тупланған китаптар әленән-әле донъя күреп тора.

  Һеҙгә сираттағы  баҫманы – яҙыусы Спартак Ильясовтың тарихи романын тәҡдим итәбеҙ. “Ҡағанат вариҫтары” тип атала ул.

  Авторҙың был романында боронғо башҡорттарҙың эшен дауам иткән замана вариҫтарының тормошо, көнкүреше, азатлыҡ өсөн көрәштәре  һүрәтләнә. С. Ильясов ваҡиғалар барышында  ер-һыуҙы, тау-урманды,  халыҡтарҙы,  шул замандарҙағы атамаларҙы документаль исемдәре менән биреп,  уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Автор романда хәҙерге башҡорт телендә ҡулланыуҙан ситләшкән бик күп боронғо һүҙҙәр, атамалар, синонимдар, антонимдарҙы  индереп, телебеҙҙең байлығын, фекер  тәрәнлеген күрһәтә.

  Китап бөгөндән нәшриәт магазинында һатыуҙа. Шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
11.08.2021

Возврат к списку