«Таш-ҡатын» дың исем туйында

Күҙҙәремә ҡапыл  салындың да
Тыныслыҡты  минең ҡаҡшаттың.
Сырайҙарың үтә таныш һымаҡ,
Кемдең һыны һиндә, Таш-ҡатын...?

  Ошо шиғыр юлдары менән башланып китте  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли  китапханала  танылған шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр  премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың "Таш-ҡатын" исемле китабының исем туйы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә   ике телдә донъя күргән  был китап ошо ҡыҫҡа ғына  арауыҡ эсендә үҙ уҡыусыларын табып, ҙур һөйөү яулап  өлгөрҙө. Уҡыуға еңел генә  ижад ителгән, мәғәнәле һәм фәһемле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы шиғырҙар йыйынтығын ҡулға алған һәр кемде үҙенә ҡыҙыҡтыра бара.

  Сарала БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағир Нурлан Ғәниев, шағирәнең шиғырҙарын руссаға тәржемә итеүсе тәржемәселәр Сергей Янаки, Светлана Чураева, Лина Солтанова, Санкт-Петербург ҡалаһынан    танылған Рәсәй шағиры, драматург  һәм тәнҡитсе Юрий Татаренко, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенән Ирида Садиҡова, Эльвира Яҡупова, БДПУ студенттары, китапхана  хеҙмәткәрҙәре,   онлайн  экран аша сит илдәр вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

  Сара бик матур һәм йәнле үтте. Шағирәнең ижады, китабына ҡарата  йылы һүҙҙәр, матур фекерҙәр яңғыраны. Авторҙың шиғырҙарында ябайлыҡ, сафлыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә. Шулай уҡ бында тарих та, көнкүреш тормош та, авторҙың халҡына әйтер һүҙе лә  сағылыш тапҡан. Быны сит илдәрҙән ҡатнашыусы вәкилдәр — Әстрахандан Татьяна Вострикова,Ҡаҙағстандан  Динара Капашева, Ингушетиянан  Тамара Мальсагова, Микаэл Базоркин, Белоруссиянан  Алесь Карлюкевич, Дағстандан  Мурад Ахмедовтар  ҙа дәлилләне.

  Сара  автограф таратыу, фотоға төшөү  һәм “Таш-ҡатын” китабының һатыу күргәҙмәһе менән тамамланды.  
19.03.2021

Возврат к списку