Тауҙар илендә

Хозур тәбиғәт ҡосағында кем генә ял итергә яратмай икән һуң?!! Борма-борма аҡҡан моңло йылғалар, япраҡтарын елберләтеп, бер-береһенә әллә ҡайҙан сәләм биреп торған ағастар, исемдәрен һанап бөткөһөҙ сағыу төҫтәге иҫерткес хуш еҫле сәскәләр, түбәһенә менеп етеп, тирә-яҡҡа һушың китеп ҡарап торор ғорур тауҙар... Улар һине йота ла ҡуя. Тәбиғи матурлыҡ асылып бөтмәҫ сергә, мөғжизәле, арбағыс көскә эйә...
Һоҡланыу - бер, ә үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәтте белеп тә бөтмәйбеҙ.

Башҡортостандың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиевтең урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән "Хазиналы тауҙарым" исемле баҫмаһының "Баш һүҙ"ендә автор үҙе башҡарған эшкә ошондай баһа бирә: "Геолог өсөн һәр бер таш - ул үҙе бер тарих, донъя тарихы. Бәләкәйеме, ҙурымы, геолог өсөн ул ябай таш түгел. Уның үҙ тауышы, үҙ яҙмышы бар.
Еремдең хазина байлыҡтарын табып, халҡыма тапшырыуға өлгәшеү, ғүмеремдең бушҡа үтмәгәнлеген билдәләне, тип уйлайым..."

Был китапта Башҡортостандың ҡаҙылма байлыҡтары: алтын, йәшмә, баҡыр, магнит рудаһы, нефть, эзбизташ һ. б. ҡаҙып алыу тураһында тарихи мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин. Ябай һәм йәнле итеп яҙылған ошо баҫма уҡыусы балаларҙа ғына түгел, өлкәндәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр.
"Алтындың сафлығы", "Күсей алтыны, Рәмиевтәр, Зәки Вәлиди...", "Йәшмә эсендәге сер", "Шихандар, йәки мөғжизәле тауҙар", "Тауҙа медуза буламы?" һ. б. бүлектәр иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
Алып уҡығыҙ!
04.08.2021

Возврат к списку