"Теге өсәү"ҙә ҡунаҡта

Нәшриәтебеҙҙең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева "Юлдаш" радиоһында күп дуҫтарыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған темаларға асыҡлыҡ индерҙе. Китап уҡыу, китап менән дуҫ булыу кешегә нимә бирә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алды был тапшырыуҙы тыңлаусылар. Яңы ғына донъя күргән баҫмалар, китап баҫтырыу эше, уны уҡыусыға алып барып еткереү һәм китап уҡыуҙы популярлаштырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан ҡыҙыҡлы әңгәмә булды бөгөн.
09.08.2022

Возврат к списку