Тел һағында

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға 90 йыл.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты  - Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы. Аҫаба халыҡтың телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ һалыу ғына түгел, бар яҡлап үҫтереүҙә лә институттың өлөшө ҙур.

Яҙыусылар Әмир Чанышев, Ғабдулла Амантай, Афзал Таһиров, яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Әхнәф Ибраһим улы Харисов, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим - башҡорт теле белгесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Ким Әхмәтйәнов исемендәге, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова һ.б. күренекле шәхестәр төрлө йылдарҙа институттың эшен етәкләне.

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы редакцияһында нәшер ителгән 10 томлыҡ "Башҡорт теленең академик һүҙлеге" - башҡорт лексикографияһы тарихында беренсе аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлек. Һүҙлек, нигеҙҙә, хәҙерге башҡорт теленең дөйөм ҡулланылышлы лексикаһын, фразеологияһын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, һүҙлеккә киң таралған диалектизмдар, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәр, халыҡ һәм фәнни терминология, яңғыҙлыҡ исемдәр индерелгән. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләре башҡортса аңлатыла, рус теленә тәржемә ителә һәм бай иллюстратив материал менән раҫлана. Баш һүҙҙәр рус, инглиз, төрөк телдәренә ауҙарыла.
Һүҙлек башҡорт телен тәрәндәнерәк өйрәнеүгә теләге булған киң ҡатлам уҡыусыға ҙур ярҙамсы булып тора.
05.03.2022

Возврат к списку