Телде өйрәнеүселәргә “Тел хикмәттәре”

  Бөгөн уҡыусыларға Әкрәм Бейештең “Тел хикмәттәре” исемле йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ.

  Был китапта граммактик хеҙмәттәрҙең, әҙәбиәт менән матбуғат теленең рус теленә эйәреп, башҡорт тел ҡанундарын боҙған урындары, даими төҫ алған хаталары ҡарала һәм башҡорт грамматикаһына ғилми аңлатма бирелә. Ул уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм яҙышҡан  бөтә кешегә файҙалы әсбап була ала.

  Һүҙ һәм терминдарҙың ҡайһы берҙәре автор ҡулланғанса ҡалдырылды.

  Был баҫманы нәшриәт магазиндарынан, kitap-ufa.ru сайтынан һатып алырға мөмкин.
18.01.2022

Возврат к списку