Телгә ихтирам

Күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре,  СССР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл.

Жәлил Кейекбаев башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә күп көс һалған ғалим, башҡорт теленән урта мәктәптәр, педучилище һәм юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла булараҡ билдәле.

Жәлил Кейекбаев шиғырҙар, ҡобайырҙар, очерктар һәм хикәйәләр ижад итә. "Туғандар һәм таныштар" романы айырыуса популярлыҡ яулай. Ғилми хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ мираҫ булып тора. Әкиәттәре балаларҙың яратып уҡыған китаптары иҫәбендә. "Айыу менән бал ҡорттары" шундайҙарҙан. Кескәй дуҫтарыбыҙҙы үҙенә ылыҡтырып торған был баҫма һәр баланың күңелен яулар.
25.10.2021

Возврат к списку