Тиҙҙән беҙҙең нәшриәттә!

"Яҙыусы һәм һалдат" исемле китап олуғ әҙип Ғәли Ибраһимов хаҡында ҡәләмдәштәренең һәм туғандарының иҫтәлектәренән тора.

Рәшит Солтангәрәевтең "Еҙ батмус" исемле баҫмаһына төрлө йылдарҙа ижад ителгән хикәйәләре тупланды.

Дамир Шәрәфетдиновтың "Инйәр улы" тип аталған йыйынтығына патриотик, лирик һәм социаль темаларға яҙылған шиғырҙары, авторҙың фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдырған поэмалары индерелде.

Рәйлә Сабитованың "Һауалағы торна артынан" баҫмаһы үҙ эсенә заман һулышы, халыҡ аҡылы, уйланыуҙар, психологик алымдар менән һуғарылған повестар һәм хикәйәләрҙе алды.

Рәсүл Байгилдин һәм Раят Вәлиевтең "Һай, түрәкәйгенәһе. Ҡайтыу" тигән китабы - ике авторҙың повестары һәм хикәйәләре йыйынтығы. Рәсүл Байгилдин тәрән фәлсәфәүи темалар күтәрә. Раят Вәлиев ауыл кешеләре тормошон бар ысынбарлығында уҡыусыларға еткерә.

Яратҡан авторҙың китабын күҙ уңынан ысҡындырмау өсөн, беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!
02.12.2021

Возврат к списку