Тиҙҙән, бик тиҙҙән!

  Шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ өсөн тағы бер шәп яңылығыбыҙ бар – ошо көндәрҙә  Светлана Васикова һәм Асия Ибраһимдың “Йүгерә сая миҙгелдәр. Базы ҡыҙы” (Йөгерә чая мизгелләр. Базы кызы) исемле шиғырҙар китабы донъя күрәсәк.

  Был йыйынтыҡ тыуған еренә, иленә, халҡына юғары мөнәсәбәтле ике авторҙың ижад емештәрен берләштерә. Асия Яппарованың шиғриәте халыҡсанлығы, фәлсәфи булыуы  менән айырылып тора. Светлана Васикованың ижадында ҡатлаулы метафоралар ҙа шаҡ ҡатырғыс һүрәтләүҙәр ҙә юҡ.  Киң күңеллелек хас уға, ихтирамға лайыҡ кешеләрҙе яратыу һиҙелә.

Китап  оҙаҡламай һатыуға сығасаҡ.
27.04.2021

Возврат к списку