Тиҙҙән! Хәтәр шәп китап!

Китап уҡыусыларыбыҙға сираттағы хәтәр шәп яңылығыбыҙҙы еткерергә ашығабыҙ – Яңы йыл байрамдары алдынан нәшриәтебеҙҙә кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн мультимедиялы тағы бер китап донъя күрәсәк. “Күк ат" тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте  ул.

Баҫмала ерән төлкөнән дә хәйләкәрерәк, аҡыллы, зирәк, отҡор күк аттың йылғыр бүрене төп башына ултыртыуы тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәте кескәй дуҫтарыбыҙға башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә тәҡдим ителә.

Йәнһүрәт фомаһындағы был китап нәшриәттә өсөнсө тапҡыр баҫтырыла. Беренсеһе 2019 йылда донъя күргән "Хәйләкәр төлкө" әкиәте булһа,
икенсеһен "Өс дуҫ"ты үткән йылдың декабрь айында ҡулға алдыҡ һәм улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ололарҙың да балаларҙың да яратҡан китабына әүерелде. Өсөнсөһө  оҙаҡламай донъя күрәсәк.

Баҫмалар буйынса  нәшриәт магазиндарына, kitap-ufa.ru сайтына, +7(347)-246-09-55 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
23.11.2021

Возврат к списку