Тимер Ниәтшин. "Ваҡыт тирмәне"

  "Ваҡыт тирмәне" йыйынтығында авторҙың үҙ милләте, Тыуған иле, туған халҡы өсөн борсолоуҙары, тормоштағы әһәмиәтле ваҡиғалар, мөхәббәт хистәре кисерештәре шиғыр юлдарына һалынған.

  Рухлы шиғырҙарында һәм "Башҡорт кармаһы" тигән поэмаһында үҙ халҡының тарихи үткәнен хәтергә төшөрөп, әлеге заманда кисергән әсенеүле мәлдәрен йөрәге аша үткәреп, бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләрҙе иғтибар үҙәгендә тотоп, милләтенең киләсәге тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар аша уҡыусыға һорау ҡуя автор. Тимер Ниәтшиндең шиғырҙарын тыныс уҡып булмай. Уҡыусы уларҙан һуң уйланыуға, халҡының артабанғы яҙмышы тураһында хәстәрлек күреү өсөн илке-һалҡылыҡтан, битарафлыҡтан арыныуға йәнә бер аҙым атларға көс, дәрт ала.

  Рух уяна!!!

  "Шәйехзада Бабичҡа", "Шәғәле Шаҡманға" шиғырҙарын бөгөнгө заман башҡортоноң үҙ выжданы менән һөйләшеүе тип тә аңларға була.

  Автор үҙ ижадында күп төрлө темаларҙы яҡтырта. Шиғырҙарын бөтөнләй көтөлмәгәнсә, үҙенсәлекле тамамлауы менән уҡыусыһын уйҙарға сумдыра һәм үҙ йәшәйешенә байҡау яһап, һығымталар яһарға мәжбүр итә...

  Мөхәббәт темаһына арналған шиғырҙары нескә һәм илаһи моң кеүек ишетелә. Әллә ҡайҙа сихри гүзәллеккә әйҙәй.

  Тимер Ниәтшиндең шиғырҙарын уҡыу кешенең иң мөҡәддәс хистәрен, эске кисерештәрен уята...
16.04.2021

Возврат к списку