Тормош асылы әҫәрҙәрендә

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы, Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды премияһы лауреаты, Учалы районының почетлы гражданы Талха Ғиниәтуллиндың (Анатолий Генатулин) тыуыуына 96 йыл тулды.
Талха Йомабай улының ижады сағыулығы, тәбиғәт күренештәрен, көнкүреште, ысынбарлыҡты бөтә нескәлектәрендә ентекле һүрәтләүе, халыҡ һөйләшен, мәҡәл-әйтемдәрҙе киң ҡулланыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ күп кенә әҫәрҙәрендә аяуһыҙ һуғышты һүрәтләй, ябай һалдат тормошон сағылдыра. Хикәйә-повестарының байтағы инглиз, ҡытай һәм немец телдәренә тәржемә ителгән.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яҙыусының рус телендә ике томда донъя күргән « Һайланма әҫәрҙәр»ен тәҡдим итә (Анатолий Генатулин. Собрание сочинений, I,II том).

Китаптың беренсе томындағы эссе һәм хикәйәләре лиризм, дөрөҫлөк һәм авторҙың теүәллеге менән һуғарылған.

Икенсе томында иһә яҙыусының һуғыш хаҡындағы яҙмалары һүрәтләнгән.

Талантлы әҙәбиәтсенең ижадын яратыусылар нәшриәттең магазиндарына һәм сайтына мөрәжәғәт итә ала.
21.04.2021

Возврат к списку