Тынғыһыҙ ижадсының сираттағы китабы

  Әҙәбиәт һөйөүселәр араһында  халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың ижадын белмәүселәр юҡ кимәлдә тиһәк, хис кенә лә хата булмаҫ. Тынғыһыҙ ижадсының әҫәрҙәре шул тиклем уҡымлы – тиҙ арала үҙ уҡыусыларын таба килә.  Бигерәк тә «Бөйрәкәй» романын  ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, ундағы геройҙар яҙмыштары менән бергә  ҡайғыралар һәм  шатланалар.  

  Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап » нәшриәтендә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының ижадынан һәм уның менән булған әңгәмәләрҙән  торған «Әҫәрҙәр. IV том» исемле баҫмаһы донъя күрҙе.

  Яҙыусының был китабына мәшһүр «Бөйрәкәй » пенталогияһының дүртенсе өлөшө, 2019 йылда «Ағиҙел» журналының лауреаты булған «Ҡанатлы бәхеткәйем»   повесы, төрлө  йылдарҙа ижад ителгән хикәйәләре, конкурстарҙа, фествалдәрҙә  еңеү яулаған «Бәхеткә  ҡасҡандар» фантасмагорияһы, замандаштары  хаҡындағы  мауыҡтырғыс очерктары, ер, ил, тел һәм бөгөнгө әҙәбиәтебеҙ күгендә ижадтары йондоҙҙай балҡыған ҡәләмдәштәре тураһындағы  мәҡәләләре, яҙыусының  үҙе менән төрлө темаларға ҡоролған әңгәмәләре  тупланды.

  Шулай уҡ «Бөйрәкәй» ҙең тәүге өлөштәре менән яҙыусының  алдағы йылдарҙадонъя күргән  «Әҫәрҙәр » китабының  тәүге  томдарында танышырға мөмкин.

  Йыйынтыҡ киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнгән һәм улар бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа.
01.10.2020

Возврат к списку