Тыуған ил һәм Рух

Күренекле шәхестәрҙең, үҙ эшенең оҫталары булған алдынғы һөнәр эйәләренең оло юлға илткән тәүге һуҡмаҡтары тураһында уҡығығыҙ киләме?
Халҡыбыҙҙың милли мираҫы - тәрбиә ҡанундарына эйә булырға теләйһегеҙме?  - Мәрйәм Бураҡаеваның яңы китабы тап һеҙҙең өсөн.
Ил инәһенең "Әҫәрҙәр"енең 2-се томын иғтибарҙан стттә ҡалдырып ҡуя күрмәгеҙ.
Был баҫмала "Һылыуҡай" повесы, очерктар, хәтирәләр һәм публицистик мәҡәләләр тупланған.

"Милли мираҫ - ул матди байлыҡ ҡына түгел, милләтте һаҡлап алып ҡалыуҙа төп күрһәткес булған рухи байлыҡ та. Рухи байлыҡ тигән төшөнсә үҙе лә киң ҡоласлы. Уға мәҙәниәт төрҙәре генә инмәй, беренсе сиратта, уның нигеҙен тәрбиә ҡанундары билдәләй... Ниндәй ауыр мәлдәрҙә лә  рухы ҡаҡшамаған халыҡ ниндәй аҡыл менән йәшәгән?.."
Туған телде юғалтмаҫҡа, киреһенсә, уның үҫешеп, камиллашыуына нисек ирешеп була?
Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла, тигәндәй, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның тормош тәжрибәһе, аҡыл һандығы һәр беребеҙ өсөн ҡул һуҙымында ғына торған хазина.
06.11.2021

Возврат к списку