Уҡыған ил уҙыр

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Матбуғат йорто алдында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто "Матбуғатҡа яҙылыусы көнө"н ойошторҙо. Бында республиканың гәзит-журналдарында эшләгән үткер ҡәләмле һүҙ оҫталары менән осрашып, ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу мөмкинлеге булды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте был байрамға бик күп төрлө китаптар алып килде. Әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Рәшит Шәкүр, Марсель Сәлимов, Миләүшә Ҡаһарманова, Айгиз Баймөхәмәтов, Гөлназ Ҡотоева һәм башҡа авторҙар менән осрашып, автограф алыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү бәхетенә иреште.
14.06.2022

Возврат к списку