Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына – “Таш-ҡатын”

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”  нәшриәтендә талантлы шағирә, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың “Таш-ҡатын” исемле китабы донъя күрҙе.

  Зөлфиә Миндебай ҡыҙы китап уҡыусыларына  үҙенең эскерһеҙ һәм  ихлас ижады менән яҡшы таныш. Уның шиғриәте кеше һәм халҡыбыҙ яҙмышындағы ҡатмарлы ҡаршылыҡтар тураһында уйландыра, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәй, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөркә, йәм өҫтәй.

  Авторҙың был китабына ингән шиғырҙары рус теленә  тәржемәләре менән бирелде. Шағирәнең һәр һүҙендә  халыҡ яҙмышы, уның үткәне һәм яҡты киләсәге сағыла, әҫәрҙәре яҡты һағыш, рух сафлығы, тәрән хис-тойғолар, тасуири биҙәктәр менән һуғарылған.

  Китап бөгөндән беҙҙең нәшриәттең фирма магазиндарында һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
25.11.2020

Возврат к списку