Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!


Билдәле булыуынса, 24 май барлыҡ мосолман халҡы изге Рамаҙан айын тамамлап, Ураҙа байрамын ҡаршылай. Был изге айҙы дини ҡәрҙәштәребеҙ ураҙалар тотоп, Ҡөрьән уҡып, намаҙҙа булып, хәйер-саҙаҡалар таратып, изге эштәр менән үткәрҙеләр. Ураҙа байрамы – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе.

Ошо көндәрҙең яҡты уй-фекерҙәре һәм ынтылыштары, мәрхәмәтлелеге һәм изге эштәре беҙҙең йөрәктәрҙә тамырланып, киләсәккә тоғро юлдаш булһындар ине. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ураҙаларыбыҙҙы һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мәрхәмәтлек күрһәтһен!

Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, бәхет һәм тыныс тормош насип булһын! Изге башланғыстарығыҙҙа, иманлы эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.
23.05.2020

Возврат к списку