«Урал аръяғы - 2020» инвестиция һабантуйына рәхим итегеҙ!

  19-20 августа Сибай ҡалаһында ҙур сара көтөлә – «Урал аръяғы - 2020» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ойошторола.

  Һабантуйҙа ҡатнашыусыларға  инвестицион эшмәкәрлек буйынса тәжрибәләр менән уртаҡлашып, Рәсәй региондарында уңайлы бизнес-климат  булдырыу алымдары буйынса әңгәмәләшеү мөмкинлеге булдырыласаҡ.
Сараның төп темалары:  экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу.

  Ошо уңайҙан  һабантуй бизнес-форумын байрамға әүерелдереп, ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу күҙ уңында тотола.

  Ҡатнашыусылар башҡорт аш-һыуына бәйле тематик  тирмәләр әҙерләйәсәк.

   Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан « Китап» нәшриәте «Аш-һыу иленә сәйәхәт» тип исемләнгән  тирмә-күргәҙмә ойошторасаҡ. Унда нәшриәттә донъя күргән башҡорт кулинарияһы һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса баҫма  продукция  тәҡдим ителәсәк һәм уларҙы һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Тирмә янында милли аштар төшөрөлгән мольберттар, тирмә үҙәгендә «Башҡортостан Республикаһының аш-һыу иленә сәйәхәт» китабы тышлығы макеты урынлашасаҡ.
18.08.2020

Возврат к списку